Новости
27 Августа 2019, 08:19

Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл

Бөгөн данлыҡлы 112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл.

Бөгөн данлыҡлы 112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл.

Миңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов ауылы тип атала). Милләте буйынса башҡорт.

ХӘРБИ ХЕҘМӘТЕ

112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры М. М. Шайморатов

1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төрөкмәнстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.

1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай.

1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.

1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник М. М. Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.

1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеревка утары янында батырҙарса һәләк була.

М. Шайморатов 1938 йылда полковник, 1942 йылда генерал-майор хәрби званиеһы ала. Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған.
Читайте нас