Владимир Путин Радий Хәбиров менән осрашты
Кисә Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты ҡабул итте.
Улар республикалағы иҡтисади-социаль хәл-торош тураһында һөйләште. Радий Хәбиров Президентты беҙҙәге һуңғы күрһәткестәр менән таныштырҙы.
Унда төбәктә социаль-иҡтисади хәл буйынса фекер алышыу булды. Радий Хәбиров сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, инвестициялар йәлеп итеүҙә күрһәткестәр артыуы тураһында һөйләне, эш хаҡы артыуын әйтте.
Владимир Путин демография мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды, сабыйҙар үлемен кәметеү бурысын ҡуйҙы.