Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2019, 18:08

Аварияларҙың күбеһе балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында була

Республикала теркәлгән аварияларҙың күбеһе балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында була Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 ай эсендә 200-ҙән ашыу бала йәрәхәтләнгән, 20-гә яҡын баланың ғүмере өҙөлгән. Бәлиғ булмағандар йыш ҡына юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙа, ти белгестәр.

Республикала теркәлгән аварияларҙың күбеһе балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында була

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 ай эсендә 200-ҙән ашыу бала йәрәхәтләнгән, 20-гә яҡын баланың ғүмере өҙөлгән. Бәлиғ булмағандар йыш ҡына юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙа, ти белгестәр.

Республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла Хәүефһеҙлек айлығы, шулай уҡ “Иғтибар – балалар!” акцияһы дауам итә.

Ата-әсә – водителдәрҙе хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм автомобиль салонында балалар булған осраҡта балалар креслоһын ҡулланыу кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ. Бала менән юл аша сыҡҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең юлда үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙ балағыҙ өсөн өлгө булып тора. Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле.
Читайте нас