Новости
29 Августа 2019, 06:45

Башҡортостанда “Алға” иҡтисади зонаһы барлыҡҡа килеүе мөмкин

Башҡортостанда “Алға” иҡтисади зонаһы барлыҡҡа килеүе мөмкин Махсус зонаны ойоштороу хаҡындағы ғаризаға кисә Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Сәнәғәт-етештереү тибындағы “Алға” иҡтисади зонаһын Башҡортостандың Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында төҙөү ҡаралған, ул төбәк өсөн инвесторҙар йәлеп итеү, яңы предприятиелар асыу, өҫтәмә эш урындары булдырыу йәһәтенән уңайлы шарттар, мөмкинлектәр тыуҙыра.

Башҡортостанда “Алға” иҡтисади зонаһы барлыҡҡа килеүе мөмкин

Махсус зонаны ойоштороу хаҡындағы ғаризаға кисә Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Сәнәғәт-етештереү тибындағы “Алға” иҡтисади зонаһын Башҡортостандың Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында төҙөү ҡаралған, ул төбәк өсөн инвесторҙар йәлеп итеү, яңы предприятиелар асыу, өҫтәмә эш урындары булдырыу йәһәтенән уңайлы шарттар, мөмкинлектәр тыуҙыра.

Иҡтисади биләмә өсөн документтар ғинуарҙан алып әҙерләнгән, белгестәр әйтеүенсә, был бик сетерекле эш, документтар ғына 41 папка тупланған. Әҙерлек сиктәрендә, төрлө эксперттар менән фекер алышыуҙар ойошторолған, башҡа төбәктәрҙең ошо йүнәлештәге эш тәжрибәһе өйрәнелгән.

Ғариза әҙер, хәҙер инде федераль властарҙың ҡарарын ғына көтөргә ҡала. Уның хупланыуына өмөт итәйек, тине республика етәксеһе документҡа ҡул ҡуйғандан һуң.
Читайте нас