Ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға матди ярҙам күрһәтелә
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров указына ярашлы, ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға йыл һайын 600 мең һум күләмендә 100 грант тапшырыла.
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа конкурста ҡатнашыусы йәш уҡытыусылар менән осрашыу уҙа. Унда ауыл ерлегендә белем биреүҙә проблемалар, үҫеш перспективалары буйынса һөйләшеү ойошторола.