"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә
Талантлы бала һәр ваҡыт үҙенең йәмғиәткә кәрәклеген тойоп, алға табан ҙур эштәр башҡара алыуына ышанып йәшәргә тейеш.
Беҙҙең республикала ла “Мәғариф” милли проектына ярашлы, Сочиҙағы “Сириус” моделе буйынса үҙәк булдырыласаҡ. Үҙәк һәләтле балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе туплап, уларға үҫеш йәһәтенән ярҙам күрһәтеү маҡсатынан төҙөлә. Билдәле булыуынса, ул бизнес-үҙәк базаһында һәм Республика инженер лицей-интернатында (“Фән” йүнәлеше буйынса), Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты һәм Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты (“Сәнғәт” йүнәлеше буйынса), шулай уҡ 5-се спорт профилле республика мәктәп-интернатында (“Спорт” йүнәлеше буйынса) асыласаҡ. Үҙәк сәнәғәт предприятиелары, белем биреү һәм ғилми учреждениелары, мәҙәниәт һәм спорт ойошмалары, төбәктең йәмәғәт берекмәләре менән бергәләп белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, һәләтле балалар һәм йәштәрҙе артабан үҫтереүгә, улар өсөн стажировкалар, практикалар ойоштороу өсөн тығыҙ бәйләнешлек итәсәк.
2018 йылдың октябрендә республика “Һәр баланың уңышы” федераль проект сиктәрендә бындай үҙәктәр булдырыу буйынса конкурс һайлап алыуында ҡатнашып еңеп сыҡты һәм федераль бюджеттан 211,4 млн һумлыҡ субсидияға эйә булды. Республика ҡаҙнаһынан был проектҡа 4,3 млн һумлыҡ аҡса бүленәсәк, тағы 64 млн һум – бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан.
Үҙәк төбәктәге һәләтле йәштәрҙең һәм балаларҙың интеллектуаль эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк һәм Башҡортостан Республикаһының визит карточкаһы булыр тип күҙаллана.
һәләтле балаларҙы асыу, уларҙы үҫтереү эше системалы эш алып барғанда ғына үҙенең емештәрен бирәсәк. Шуның өсөн был эштә бөтә көстәрҙе берләштерһәк, йәғни, ғаилә, мәктәп, юғары уҡыу йорттары, ғилми коллективтар ойошоп эшләгәндә яҡшы һөҙөмтәләр үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ.