Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2019, 17:37

Алда мөһим эш тора

Билдәле булыуынса, киләһе 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уҙасаҡ.2019 йылдың 1 сентябренән 30 сентябргә тиклем барасаҡ әҙерлек эштәре осоронда Ейәнсура районында теркәүселәр урындағы торлаҡ һәм социаль объекттарҙы барлаясаҡ, картография мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерәсәк.

Алда мөһим эш тора

Билдәле булыуынса, киләһе 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уҙасаҡ.

2019 йылдың 1 сентябренән 30 сентябргә тиклем барасаҡ әҙерлек эштәре осоронда Ейәнсура районында теркәүселәр урындағы торлаҡ һәм социаль объекттарҙы барлаясаҡ, картография мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерәсәк. Был эштәр өсөн районда 15 теркәүсе йәлеп ителгән. Уларҙың һәр береһе үҙе менән фамилияһын, исемен, атаһының исемен күрһәткән һәм Росстат мисәте менән раҫланған билдәләнгән өлгөләге танытма йөрөтәсәк. Танытма паспортты күрһәткән саҡта ғына ысын буласаҡ.

Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышында теркәүселәрҙең йорттарға инеп, граждандарға ғаилә хәле, йәшәү шарттары, килемдәре тураһында һорауҙар биреү кәрәклеге юҡ. Улар бары тик күрһәтелгән адрестарҙың дөрөҫлөгөн, йорттоң ниндәй типҡа ҡарауын – күп фатирлы йәки шәхси, торлаҡтың статусын – унда кеше йәшәү-йәшәмәүенә асыҡлыҡ индерәсәк, шулай уҡ урам исемдәренең яҙып ҡуйылыуын һәм йорт номерҙары күрһәткестәренең булыу-булмауын да тикшерәсәктәр.

Шуға бәйле, 2020 йылдың сентябренә ҡәҙәр хужалыҡ адрестарын һәм урамдарҙы яҡтыртыу торошон тикшереү буйынса саралар даими рәүештә уҙғарылып торасаҡ. Торлаҡ фонды һәм башҡа биналар, ҡоролмаларҙы техник эксплуатациялау нормалары билдәләнгән ҡағиҙәләргә ярашлы, урам саттарында урынлашҡан бөтә йорттарҙа ла асыҡ һәм күренеп торорлоҡ итеп проспект, майҙан, урам һ.б. исемдәре яҙып ҡуйылырға тейешле. Һәр йортта номеры яҙылған алтаҡта, күп фатирлы йорттарҙа подъезд һәм фатир ишектәрендә фатир номеры булыуы фарыз. Теркәүселәрҙең һәм иҫәпкә алыусыларҙың эш сифаты урам исемдәренең яҙылып ҡуйылыуына, йорт һәм фатир номерҙарының булыу-булмауына бәйле, был үҙ сиратында халыҡты иҫәпкә алыу һөҙөмтәһенә тәьҫир итәсәк.

Халыҡтың иҫәбен күрһәтеү әһәмиәтлелеген иҫәпкә алып, был исемлектәрҙе биреү һәм актуалләштереүгә ныҡ яуаплы ҡарарға кәрәк. Сөнки, Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы территорияһындағы юлдарҙың, инфраструктураның торошо, һәм социаль һорауҙарҙы тикшереү – бөтәһе лә ошо иҫәпкә алыу һөҙөмтәләренә бәйле.
Читайте нас