Кисә, 2 сентябрь, беҙҙең Ейәнсура мәғлүмәт үҙәгенә эш сәфәре менән район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов килде. “Ейәнсура таңдары” һәм “Зианчуринские зори” гәзитәре коллективтары менән осрашыу барышында социаль селтәрҙәрҙә киң мәғлүмәт сараларының роле тураһында әңгәмә барҙы. Борис Николаевич интернетта яңылыҡтар күп, тик уларҙың дөрөҫлөгөн берәү ҙә тикшермәй, ә гәзит иң ышаныслы мәғлүмәт сығанағы булып ҡала, тип әйтеп үтте. Шулай уҡ был осрашыуҙа коллективта булған проблемалар тураһында һөйләшелде.