Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2019, 14:03

Онотоп китмәгеҙ!!!

Онотоп китмәгеҙ!!! 14 октябрҙә 20 аналог телевизион сигналы туҡтатыла. Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығы планына ярашлы, Мәскәүҙән 20 аналог телевизион сигналы республикала 14 октябрҙә туҡтатыла.

Онотоп китмәгеҙ!!!

14 октябрҙә 20 аналог телевизион сигналы туҡтатыла.

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығы планына ярашлы, Мәскәүҙән 20 аналог телевизион сигналы республикала 14 октябрҙә туҡтатыла. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге тапшырыу сигналдары Башҡортостанда урынлашҡан, улар ярҙамында 20 каналды бушлай ҡарау мөмкинлеге бар. Тик республиканың ҡайһы бер урындарына сигналдар барып етмәй. Ундай ерҙәргә спутник ҡорамалдары ҡуйыла.

Алдан күҙаллауҙар буйынса, республика халҡының 95,5 проценты һанлы телевидениеға күсеү мөмкинлегенә эйә. Бөгөн күпселек ауыл кешеләре лә кабель операторҙары хеҙмәте йәки юлдаш тәрилкәләре менән ҡуллана. Уларҙың операторҙары әкренләп үҙҙәре «һанлы» күрһәтеүгә күсәсәк, ә абоненттарға бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй.

“Һанлы” күрһәтеүҙең төп өҫтөнлөктәрен әйтеп китәйек: беренсенән, Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Икенсенән, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифат­лыраҡ, таҙараҡ булыуын, каналдар һанының күплеген һәм башҡа ыңғай яҡтарын билдәләп үтергә мөмкин. Һәм тағы ла бер ҙур өҫтөнлөгө – һанлы телевидение иҡтисади йәһәттән отошло, сығымдар күпкә аҙыраҡ.

Әгәр Беренсе каналдың уң яҡ мөйөшөндә “А” хәрефе торһа, тимәк һеҙҙең телевизорығыҙ иҫке быуындан һәм һеҙгә һанлы ҡушымта алырға кәрәк, йә иһә телевизорығыҙ яңы булһа ла, һанлы сигналды ҡабул итергә күсерелмәгән, тимәк, телевизорығыҙҙы көйләргә кәрәк. Ә һанлы ҡушымталарға килгәндә, улар беҙҙең райүҙәктең көнкүреш магазиндарында бар.
Читайте нас