Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2019, 12:31

Республикала алкоголле эсемлектәрҙе сикләү камиллаштырыласаҡ

Быйылғы йыл Башҡортостанда һабантуй мәлендә, белем һәм йәштәр көндәрендә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү тыйылды. Был үҙгәрештәрҙе халыҡ ыңғай ҡабул итте. Шуға ла сикләү сараларын артабан да үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк.

Был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев профессиональ нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән осрашыуҙа белдерҙе. Халыҡ һайланыусылары көҙгө сессияла кәмендә дүрт тиҫтәләп закон проекты өҫтөндә эшләйәсәк. Улар араһында иң мөһиме – киләһе йылға республика бюджеты тураһында закон проектын тикшереү һәм ҡабул итеү.

Сығымдарҙың сикле булыуын иҫәпкә алып депутаттар корпусынан финанстарҙы мөмкин тиклем файҙалы бүлеү талап ителә. Бынан тыш, федераль кимәлдәге парламент менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү ҡарала. Октябрҙә Дәүләт Думаһында Башҡортостандың исем туйын уҙғарыу планлаштырыла.
Читайте нас