Новости
5 Сентября 2019, 07:16

«Торатау» конгресс-холында «Минең бизнес» үҙәге асылды

Кисә, 4 сентябрҙә, «Торатау» конгресс-холында «Минең бизнес» үҙәге асылды Бында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инфраструктураһын булдырыусы институттар, финанс, йәмәғәт ойошмалары белгестәре эшләй. Йүнселдәргә «Берҙәм тәҙрә» аша хоҡуҡи һорауҙар буйынса консультациялар ойошторола. Шулай уҡ бөгөн Өфөлә республика эшҡыуарҙар форумы ла үтте.

Кисә, 4 сентябрҙә, «Торатау» конгресс-холында «Минең бизнес» үҙәге асылды

Бында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инфраструктураһын булдырыусы институттар, финанс, йәмәғәт ойошмалары белгестәре эшләй. Йүнселдәргә «Берҙәм тәҙрә» аша хоҡуҡи һорауҙар буйынса консультациялар ойошторола. Шулай уҡ бөгөн Өфөлә республика эшҡыуарҙар форумы ла үтте.

Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фонды юрисы Фәйрүз Урманцев эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә. Өфө үҙәгендә яңы асылған «Минең бизнес» үҙәгендә ул консультант булараҡ сығыш яһап, займдар алыу шарттары менән таныштыра.

«Торатау» Конгресс-Холлында үҙ эшен башлаған үҙәктә «Берҙәм тәҙрә» системаһы буйынса бушлай консультациялар бирелә. Экспортҡа булышлыҡ итеү, ташламалы займ, лизинг алыу булһынмы, хеҙмәткәрҙәр табыумы – йүнселдәр урында мәғлүмәти, финанс һәм юридик ярҙам аласаҡ.

Үҙәктә эшҡыуарҙар өсөн айырым эш урыны ла булдырылған, бында документтарҙы тултырырға, баҫтырырға, сайттар менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ урында балалар уйын майҙансығы булдырылыуы ла ғаилә бизнесын башлаусы ата-әсәләргә консультация алыуҙа уңайлы шартар тыуҙыра.

Урында йүнселдәр өсөн махсус уҡыуҙар ойоштороу ҙа ҡаралған. Ҡыҫҡа ваҡытлы курстар, семинар, тренингтар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр тип көтөлә. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә лә ошондай уҡ майҙансыҡ - "Минең бизнес" үҙәге бар. Киләсәктә консультация майҙансыҡтары географияһын тағы ла киңәйтеү бурысы ҡуйылған.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешендә ҡуйылған төп маҡсаттар һәм бурыстар менән төбәк етәксеһе лә танышты. "Торатау" конгресс-Холлы "Минең бизнес" үҙәгенең ваҡытлыса ғына майҙансығы. Яҡын киләсәктә Өфө үҙәгендә - Зәки Вәлиди урамы, 32-cе йортта "Сколково"ға оҡшаш инновациялар буйынса иҡтисади мөхит булдырыла. Урында эшҡыуарҙар өсөн күп функциялы үҙәк тә эшләйәсәк.

Радий Хәбиров үҙәк эшмкәрлеге менән танышҡандан һуң, республика эшҡыуарҙары форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Фекер алышыу майҙанында субсидия, гранттар, ташламалы финанс ярҙам алыу мөмкинлектәре ҡаралды. Эшлекле осрашыуҙа район-ҡалаларҙа инвестициялар йәлеп итеү, бизнес, иҡтисад үҫешенә уңайлы шарттар булдырыу өсөн яуаплы чиновниктар – бизнес-шерифтар ҙа ҡатнашты.

Форумда ҡатнашыусылар шәхси һорауҙарын «Минең бизнес» үҙәге белгестәренә лә еткерә алды. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә хәҙер теләк кенә булһын, белемде камиллаштырыу, юрист кәңәштәрен алыу, банктар менән бәйләнештә булыуҙа - ныҡлы терәк бар.
Читайте нас