Түбәнге Новгородтың «Красное Сормово» заводында «Мостай Кәрим» исемендәге круиз лайнеры сығарыласаҡ. Теплоход биш йондоҙло отель кимәленә яраҡлаштырылып, йөҙөп йөрөп йөрөүсе ҡунаҡхана итеп эшләнгән. Уның бортында күҙәтеү салондары, бар, спа-салон, тренажер залы, солярий буласаҡ. Судноның оҙонлоғо - 141 метр. Оло шәхестең исеме менән аталған лайнерҙы заказсыға киләһе йылдың февралендә тапшырасаҡтар. Ул Мәскәү - Санкт- Петербург йүнәлешендә тәүге круизға сығасаҡ.