Республикала 100 йәштән өлкән 277 һайлаусы теркәлгән
Был турала Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.
Алдағы йәкшәмбе республика башлығы һайлана. Бынан тыш Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтайға ике мандат хужаһы асыҡлана. Урындағы үҙидаралыҡ органдарына депутаттар һайлана. Республикала бөтәһе 3 миллион 50 меңгә яҡын кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә.