Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2019, 12:16

Ура! Маршрут автобусы йөрөй башланы

“Башавтотранс” предприятиеһы 4 сентябрҙән Иҫәнғол-Үрген маршруты буйынса автобус бәйләнешен тергеҙҙе. Үргенгә тиклем автобус хәрәкәте, водитель булмау сәбәпле, бер айға туҡталып торғайны.

Ура! Маршрут автобусы йөрөй башланы.

“Башавтотранс” предприятиеһы 4 сентябрҙән Иҫәнғол-Үрген маршруты буйынса автобус бәйләнешен тергеҙҙе. Үргенгә тиклем автобус хәрәкәте, водитель булмау сәбәпле, бер айға туҡталып торҙо. Етмәһә, автобус “хан заманыныҡы” ине. Был маршрут буйынса автобус хәҙер даими рәүештә йөрөйәсәк. Халыҡты ҡыуандырып, “Башавтотранс” предприятиеһына өр-яңы, бөтә уңайлыҡтары булған ПАЗик автобусы ҡайтарылған. Руль артында тәжрибәле водитель – Илдар Мөрсәлимов.

Халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ. Сөнки, быға тиклем ҡайҙалыр барырға кәрәк булһа, такси ялларға, йә иһә юл буйына сығып, “попутка” тоторға кәрәк булған. Ә Үргендән район үҙәгенә йөрөп эшләүселәр, шулай уҡ йомош-юлға йөрөүселәр ҙә байтаҡ ҡына.

Маршрут ябылмаһын, автобус даими йөрөһөн өсөн “Башавтотранс” тәҡдим иткән хеҙмәттән файҙаланырға кәрәк, сөнки кеше әҙ йөрөһә, ябылыу мөмкинлеге бар.
Читайте нас