*Бөгөн, 8 сентябрь – Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау. Унан тыш беҙҙең Ейәнсура районында өс – Бикбау, Таҙлар, Күгәрсен һайлау округтарында муниципаль район Советына, 14 ауыл биләмәһендә ауыл Советына депутаттар һайлана.
*Районда 59 һайлау участкаһы төҙөлдө. Шуларҙың 40-ы – ауыл мәҙәниәт усаҡтарында, 12-һе – мәктәп, 7-һе башҡа ойошмалар бүлмәләрендә урынлашҡан.
*Участка һайлау комиссияларында 349 кеше эшләй.
*1 июнгә һайлаусылар һаны 21968 кеше тәшкил итә.