Новости
8 Сентября 2019, 14:56

Башҡортостандың киләсәге өсөн

Бөгөн, берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡорт Үргене ауылы һайлаусылары республикабыҙҙың киләсәге өсөн тауыш бирә. Һайлаусыларҙың әүҙемлеге һоҡландыра. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Ғәфүр Ҡолтаев әйтеүенсә сәғәт иртәнге 9-ға 98 кеше тауыш биргән ине.
Иртә менән йоҡонан тороп, һайлауға кем килгән тип уйлайһығыҙ? 87 йәшлек хөрмәтле Хөрмәт Фәхретдинов.
– Һәр беребеҙ өсөн ҙур мөмкинлектәр асылған – беҙ республикабыҙҙың киләсәген һайлайбыҙ. Ғөмүмән, һайлауҙан ситтә ҡалғанымды хәтерләмәйем. Өлкәндәр йәштәргә өлгө күрһәтергә тейеш, – ти Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы.
Ауылдың 665 һайлаусыһы Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм ауыл Советы депутаттарын һайлай.
Г. Имелбаева фотоһы.
Читайте нас