1911-се Самаҙы һайлау участкаһындағы 320 һайлаусы, шуларҙың 159-ы сәғәт ун-ун берҙәр арауығында килеп тауышын биргән. “Һайлауға беҙ һайлап ҡуйған кандидаттарыбыҙҙан ниндәйҙер ярҙам өмөт итеп, беҙҙең ышанысыбыҙҙы аҡларҙар тип киләбеҙ. Гөрләп торған ауылыбыҙ бөтөү алдында, бына ниндәй мәктәбебеҙ буш тора, – ти Зөфәр Дәүләтбаев. – Нимә булһа ла илдәр имен торһон, һуғыш сыҡмаһын. Республикабыҙ яҙмышы хәл ителгәндә, бер ҙә ятып ҡалғы килмәне”.