Ул UFC билбауына төп дәғүәсе булған Америка спортсыһы Дастин Порьены өсөнсө раунда быуып, йәнә еңелмәҫлеген иҫбатланы. 30 йәшлек Хабиб үҙ карьераһында 28 алыш уҙғарып, барыһында ла еңеүсе булды. Ошо бәйгелә еңгәне өсөн ул алты миллион долларға байыясаҡ.