Наил ағайҙы Иҫәнғолда белмәгән кеше һирәктер. Олораҡ быуын уны уҡытыусы-пенсионер тип хөрмәтләп телгә алһа, күптәр уның йә скандинавса таяҡтары менән, йә былай Новопетровск яғынан Усмантауға табан китеп барыуынан танып бөткән. Көн һайын - елме, ямғырмы, буранмы, ҡарап тормай. “Хәрәкәттә-бәрәкәт” – уның тормош девизы. Йор һүҙле, мурт телле был ағай – редакцияға ла йыш инеп сыға. Көләмәстәр, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп көлдөрөп, йә фәһемле ваҡиғалар бәйән итеп уйландырып сығып китә. Белмәгәне юҡ, торғаны – аяҡлы энциклопедия!