1931-се һайлау участкаһында бөтәһе 1099 һайлаусы теркәлгән. Шуларҙың 132-һе – 30 йәшкә тиклем. 14-е тәү тапҡыр тауыш бирәсәк. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Ерофеев әйтеүенсә, һайлаусылар әүҙем: иртәнге 8-гә – 19, 9-ға 40 кеше гражданлыҡ бурыстарын үтәгән дә. Төшкә табан халыҡ ағымы тағы ла артты. Бында ике КОИБ ҡуйылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кеше дәғүә итә: Радий Хәбиров – «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Юрий Игнатьев – «Ғәҙел Рәсәй», Зөлфиә Ғайсина – «Яблоко» партияһы, Иван Сухарев – ЛДПР, Юнир Ҡотлоғужин – КПРФ, Владимир Кобзев – «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы», Владимир Барабаш – «Гражданлыҡ көсө» һәм Рәфис Ҡадиров – «Рәсәй патриоттары».