Минең күршеләрем һайлауға барҙы. Ә һеҙҙең?
1931 һәм 1932-се һайлау участкалары урынлашҡан Иҫәнғол 2-се мәктәбендә күңелле башҡорт көйҙәре яңғырап тора. Һайлаусылар, байрамға килгәндәй, дәртле баҫып үҙ участкаларына үтә.
– Бөгөн бит республикала йылдың иң мөһим сәйәси ваҡиғаһы билдәләнә. Беҙ Башҡортостан Башлығын, балаларыбыҙ киләсәген һайлайбыҙ, – тиҙәр улар.
- Элек-электән һайлауҙы мөһим ваҡиға тип ҡабул итәбеҙ, иртә менән йөрөргә күнеккәнбеҙ. Бер ҙә ҡалдырғаныбыҙ юҡ, балаларға ла шулай өйрәтәбеҙ, - ти күршеләрем Зөлфиә апай менән Зәкир ағай.
Ана, ырымлы аҙымдар менән шәп-шәп атлап Гәрәй ағай килә (хатта фотоға эләктереп булманы!), Мәсәғүтовтар, Йәғәфәровтар күренде