Новости
8 Сентября 2019, 06:00

Пенсионерҙар беренсе булып тауыш бирҙе

1931, 1932-се һайлау участкалары 6:55-тә үҙ ишектәрен асыуға гражданлыҡ бурыстарын иртә менән үтәргә теләүселәр бюллетень алырға өҫтәлдәр янына ашыҡты. Комиссия ағзалары уларҙы алсаҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Пенсионерҙар Азнабай Бәҙәмшин, Рауил Ҡунаҡбаев беренсе булып тауыш бирҙе.
1932-се һайлау участкаһында беренсе булып гражданлыҡ бурысын үтәүсе пенсионер Нәғим Монасиповҡа һәм Ейәнсура һандуғасы Вафа Мәүлетовҡа күп функциялы ручка бирелде.
Читайте нас