Ейәнсура районы һайлау участкаларында Башҡортостан Башлығын һайлау бик әүҙем бара. Беҙҙең мәғлүмәт үҙәге хәбәрселәре һайлау барышына байҡау яһау маҡсатында, сәғәт етенән үк район ауылдары буйлап сәфәргә сыҡты. Иң тәү барған 1908-се һанлы Абзан һайлау участкаһында йәмғеһе 843 һайлаусы булып, сәғәт һигеҙҙә 15 кеше тауышын биргән ине инде. 1931 йылғы ветеран Рәфис Хафиз улы Рәхмәтуллин да балалары менән һайлауға килгән. Һайлау участкаһы рәйесе Роза Абдрахманова әйтеүенсә, һайлаусыларҙың 15-енә өйҙәренә барып һайлау ойоштороласаҡ, бының өсөн махсус һайлау урнаһы бар.