Новости
8 Сентября 2019, 12:00

Яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ һайлайбыҙ

1935-се һәм 1936-сы һайлау участкалары гимназия бинаһында урынлашҡан. Спортзалында барған сараға кешеләр туҡтамай ағыла, хаҡлы ялдағылар ҙа, эш кешеһе лә гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн ағыла. 1935-се һайлау округына А. Ахматова, Интернациональная, Күсәков, Парк, Рәсәй, Үҫәргән, Ф. Солтанов, Сәскә, Шайморатов, Юбилейный, Көньяҡ, Еңеүҙең 50 йыллығы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамдары инә. Тәүгеләрҙән булып Сергей Кириллов үҙ тауышын бирҙе.
1036-сы һанлы һайлау участкаһында сара асылыу ваҡытына 1010 бюллетень алынған. Бөгөн 1013 кеше үҙ хоҡуғы менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Йылға, Болничный, Көнъяҡ, Хайбуллин, Чапаев, Магистарль, Йәшел, Йәштәр, Спорт, Инеш, Ҡыҙылармеецтар урамдары халҡы гражданлыҡ бурысын үтәй. Үҙ өйөндә тауыш бирергә ғариза яҙғандарға йортона барып тауыш бирҙерттерәләр. Әлеге ваҡытта ике участкала ла тауыш биреү дауам итә. Сәғәт 8-гә 53 кеше тауышын бирҙе лә инде.
Читайте нас