Ирек һәм Людмила Мәсәғүтовтар – районда иң хөрмәтле матур парҙарҙың береһе. Икеһе лә хаҡлы ялдағы педагогтар. Людмила Нәҡип ҡыҙы район мәғариф бүлегендә эшләһә, Ирек Сәмиғулла улы етәксе вазифалар биләгән, хаҡлы ялға киткәнсе һөнәрселек лицейында директор булған.
– Һайлауға бармай ҡалғаныбыҙ юҡ, – тиҙәр улар. – Һайлауға барып, беҙ бит үҙебеҙҙең генә түгел, балаларыбыҙҙың киләсәген, республикабыҙҙың иртәгәһен һайлайбыҙ. Ышанысты яулаған, үҙен эш менән, һәйбәт хужа итеп күрһәткән лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирҙек, – тиҙәр улар. Алға, Башҡортостан!