Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һайлау һөҙөмтәләрен иғлан итте. Дөйөм алғанда, республика халҡы мөһим сарала әүҙем ҡатнашҡан. Быйыл һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны 71,80 процент тәшкил иткән, шул иҫәптән Өфөлә – 66,15 процент, башҡа ҡалаларҙа – 63,30 процент, райондар буйынса – 77,78 процент.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттар араһында тауыштар ошолай бүленде: Радий Хәбиров ("Берҙәм Рәсәй" партияһы) – 1 794 113 (82,02 процент), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ) – 150 679 (6,89 процент), Иван Сухарев (ЛДПР) – 99 158 (4,53 процент), Зөлфиә Ғайсина ("Яблоко" партияһы) – 33 371 (1,53 процент), Юрий Игнатьев ("Ғәҙел Рәсәй" партияһы) – 26 935 (1,23 процент), Рәфис Ҡадиров ("Рәсәй патриоттары" партияһы) – 24 032 (1,10 процент), Владимир Барабаш ("Гражданлыҡ көсө" партияһы) – 21 175 (0,97 процент), Владимир Кобзев (“Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн” партияһы) - 17 678 (0,81 процент).