1941-се һанлы һайлау участогы урынлашҡан Муйнаҡ мәҙәниәт усағы янында йәнлелек. Беҙ килгәндә һайлаусылар берәрләп тә, күмәкләп тә килә ине. Килгәндәр ҡайтып китергә ашыҡмай, йыйылышып клуб алдында һөйләшеп тора. Сәғәт көндөҙгө 12-лә 640 һайлаусының 235-е үҙ тауышын биргән.