Аҙаҡҡы туҡтау урыныбыҙ Таҙлар ауыл һайлау участкаһында. Мәҙәниәт йорто янында ата-әсәләре менән мөһим сараға килгән балалар асфальтҡа һүрәттәр төшөрә, янында йәрминкә ойошторолған, шулай уҡ сәскәләрҙән бик матур күргәҙмәлелек тә эшләп ҡуйылған. Комиссия ағзалары әйтеүенсә, көндөҙгө беренсе яртыла 929 һайлаусының яртыһы тауыш биргән. Бигерәк тә ололар әүҙем. 1956 йылғы Алтынсурин Рафиҡ – иң тәүге һайлаусы. Оло инәйҙәр – 1938 йылғы Ишмырҙина Сәрүәр, 1937 йылғы Хәлитова Мәрзиә, 1935 йылғы Сәйфуллина Сафура, 1940 йылғы Сарбаева Фәриҙә, 1936 йылғы Дәминева Флүрә, 1927 йылғы Аҡбашева Роза ла тәүгеләрҙән булып һайлағандар. Ә 90 йәшлек Вәлитова Хәйерниса инәйҙең өйөнә барып һайлатҡандар. Ә беренсе тапҡыр һайлаған Рәхмәтуллин Салауат һәм Дүшәнбаев Мансур грамота менән бүләкләнгән.