Новости
10 Сентября 2019, 06:52

Экспорттан 91 млн доллар табыш алыу планлаштырыла

Башҡоростан Ауыл хужалығы министрлығы 2019 йыл йомғаҡтары буйынса ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙан 91 млн доллар табыш алырға планлаштыра, тип хәбәр итте хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Башҡортостан Республикаһында АПК продукцияһын экспортлау” республика программаһы экспорт күләмен 230 млн долларға тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Төбәктә агросәнәғәт өлкәһендә экспортҡа йүнәлтелгән ете инвестпроект тормошҡа ашырыла, тип билдәләне министр урынбаҫары.
#ВладимирПутин
Читайте нас