Новости
9 Сентября 2019, 20:29

Үткән ялда республикаға экстрасенстар килгән

Шишмә районында ни булған һуң...

Үткән ялдарҙа Башҡортостанға Экстрасенстар алышы йондоҙҙары Татьяна Ларина, Дмитрий Волхов, Юлий Котов килгән, башҡала ҡунаҡханаһында бер аҙ ял итеп алғас, Шишмә районы Шиңгәк-күл ауылына юл тотҡан. Уларға профессиональ кино гримеры и визажисы Алина Вәлиева грим һалғандан һуң, образдарҙы таҫмаға төшөрөү башланған. Был тарафта йәш егеттең ваҡытһыҙ вафат булыуы менән һис килешә алмаған ғаилә ахыр сиктә экстрасенстарҙы саҡырырға мәжбүр иткән булған икән, бынан тыш та йөрәккә шом һалырлыҡ ваҡиғалар йылдар буйы сиратлашып килеп, ауылдаштарҙы интектергән.

Сюжеттар быйыл НТВ каналында «Һуңғы 24 сәғәт» атамалы яңы проектта күрһәтеләсәге билдәләнгән.Фильм төшөрөлгәнде ҡарарға ауыл халҡы дәррәү килгән, күптәр шәхси проблемалары йәһәтенән экстрасенстарға мөрәжәғәт итә алған.

Әнисә Бикташева





Читайте нас