Новости
11 Сентября 2019, 07:30

Ағыулы, әммә үлемесле түгел

Баймаҡ, Хәйбулла яҡтарында көндәр эҫе торғанлыҡтан быға тиклем күренмәгән, ҙур ғына, һары эсле, ҡыҙғылт-һары башлы, ҙур яңаҡлы, арҡаһында һыҙат та булған үрмәкселәр килеп сыҡҡан. Ул ауырттырып тешләй, ағыулы, әммә үлемесле түгел. Тешләнгән урын ауырта,

Баймаҡ, Хәйбулла яҡтарында көндәр эҫе торғанлыҡтан быға тиклем күренмәгән, ҙур ғына, һары эсле, ҡыҙғылт-һары башлы, ҙур яңаҡлы, арҡаһында һыҙат та булған үрмәкселәр килеп сыҡҡан. Ул ауырттырып тешләй, ағыулы, әммә үлемесле түгел. Тешләнгән урын ауырта, шешә, күңел болғана, баш әйләнә. Ләкин үрмәксе үҙе башлап һөжүм итмәй, һаҡлана ғына. Кәм тигәндә ике тешләү осрағы билдәле – зыян күреүселәр ярҙам һорап токсикология бүлеге табиптарына мөрәжәғәт иткән.

Белгестәр үрмәкселәрҙең ябырылыуын эҫе һауа торошо менән бәйләй. Әлеге ваҡытта уларҙың ҡарығыу осоро, һәм тиҙҙән улар тағы ла күбәйер тип көтөлә.

Зоологтар был үрмәксенең Башҡортостан биләмәһенә эләгеүе осраҡлы түгел тип раҫлай – улар төрлө ерҙә тарала башлаған, һары үрмәксе республикала мәңгелеккә тороп ҡалған.
Читайте нас