Новгородтың "Красное Сормово" заводында яһалып, Мостай Кәрим исемен йөрөткән круиз карабы һыуға төшөрөлдө.
Церемонияла республика башлығы Радий Хәбиров, яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримова һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд учредителе, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов ҡатнашты.
Теплоходта күҙәтеү салондары, ресторан-барҙар, спа салоны, тренажерҙар залы, бөҙрәхана, асыҡ йөрөү урыны, солярий планлаштырылған.
Караптың оҙонлоғо 141 метр тәшкил итә, уны 2017 йылда "Водоходъ" компанияһы төҙөй башланы. Һыуға төшһә лә, йыһазландырыу киләһе йылға тиклем дауам итәсәк, 2020 йылдың февралендә заказсыға тапшырыласаҡ,май айында Мәскәү-Санкт-Петербург йүнәлешендә тәүге рейсҡа сығасаҡ.