Республика умартасылары Канаданан миҙалдар менән ҡайта
Беҙҙең республика вәкилдәре "Апимондия" халыҡ-ара конгресында 8 наградаға лайыҡ булды. Өс алтын, ике көмөш һәм өс бронза миҙал яуланы. Алтынға баһаланғандарҙың береһе йүкә балы нигеҙендә эшләнгән косметика.
Вице-премьер-республика хөкүмәте аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов белдереүенсә, башҡорт балын киңерәк танытыу юлдарын табырға, экпортлау мөмкинлектәрен арттырырға кәрәк.
Канадала "Апимондия" бөгөн тамамлана, киләһе халыҡ-ара конгресс ике йылдан Башҡортостанда үтә.