БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хәл кисә Стәрлебаш районында була. Ошо районда йәшәгән кеше полицияға машинаһын урлауҙары тураһында ғариза яҙа. Күп тә үтмәй машинаны һәм үле бурҙы район юлында табалар. Быға тиклем хөкөм ителгән 41 йәшлек ир булып сыға ул.
Делонан түбәндәгеләр билдәле:
Ғәйепләнеүсе мәрхүм “ВАЗ -2112” автомобилен урлап ҡасҡан, әллә ни алыҫ китеп өлгөрмәй. Водитель таныҡлығы ла булмаған ир машинаға идара итеүҙе юғалта һәм юлдан ситкә оса. Алынған йәрәхәттәрҙән ул юл-транспорт ваҡиғаһы урынында йән бирә.
Фото:ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте