Бер нисә көн элек Өфө ҡалаһында йәшәүсе ирле-ҡатынлы йоҡлар алдынан саф һауала йөрөп килергә сыға. Ир магазинға инеп китә, ҡатын тышта ҡала. Урамда үтеп барыусы ир кеше ҡатындан бер шылтыратыу ғына эшләргә телефон биреп тороуын үтенә. Ҡатын үтенесте кире ҡаҡҡас, ир уны йығып һалып, муйынынан алтын сылбырын йолҡоп ала. Шул саҡ ҡатындың ире магазиндан сығып бурҙы баҫтыра башлай, ҡараҡтың юлына яҡын-тирәлә дежур булған полиция хеҙмәткәрҙәре сығып, тотоп ала.