Өфө районында ошо көндәрҙә “Республика картуф баҫыуы көнө” үтте.
Фәнни-ғәмәли семинар-кәңәшмәлә “Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан филиалы, Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, баш агрономдар, картуф үҫтергән хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашты, тәжрибә уртаҡлашты.
Республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов билдәләүенсә, быйыл республикала барлыҡ төр хужалыҡтарҙа бөтәһе 48,9 мең гектар майҙанда картуф ултыртылған. Был, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 94 процент тәшкил итә. Шуның 2,3 мең гектары (86 процент) ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тура килә. Әйткәндәй, былтыр республикала тулайым 869,3 мең тонна картуф йыйылған. 49,9 мең тоннаһы ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан алынған. Гектарынан 166,4 центнер уңыш йыйылған. Башҡортостан Рәсәйҙә йәшелсә етештереү буйынса 12-се урында булһа, Волга буйы төбәктәре араһында – дүртенсе.
Норма буйынса һәр кеше йылына 90 килограмм картуф ашарға тейеш булһа, республикала йән башына 159 килограмм “икенсе икмәк” етештерелә. Картуф менән тәьмин итеү 177 процент тәшкил итә. Был төр культура “Салауат” агрофирмаһы (250 гектар, Стәрлетамаҡ), “Агростан” йәмғиәте (165 гектар, Өфө), “Тәүәкән” (115 гектар, Күгәрсен), “Наилә” (80 гектар, Туймазы), “Йыһаншин В.С.” (70 гектар, Шишмә), “Әһли” (70 гектар, Шишмә), “Салауат” (70 гектар, Мәләүез), “Авангард” (60 гектар, Учалы), “Алексеевка”, “Шемәк” (50-шәр гектар, Өфө районы) хужалыҡтарында күпләп үҫтерелә. Районлаштырылған сорттарҙың уңыш биреү мөмкинлеген өйрәнеү өсөн Күгәрсен, Тәтешле, Мәсетле райондарында 20-нән ашыу сорт ултыртылып, “Баҫыу көнө-2019” зона кәңәшмәләрендә күрһәтелгән.
Бөгөн күпселек аҙыҡ төрҙәрендә картуф күпләп ҡулланыла. Тап шуға ла сауҙа кәштәләрендә, туҡланыу предприятиеларында был йәшелсәгә ихтыяж ҙур. Эшкәртеү йәһәтенән дә, һатып алыусыларҙың да үҙ талабы бар.
“Эко Пышка” компанияһының коммерция директоры Айгөл Аҡбирҙина:
– Ашханалар өсөн үҫтерелгән картуф тәмле һәм туҡлыҡлы булырға тейеш. Уның сорттары күп, беҙ башлыса һары эсле йәшелсәне ҡулланабыҙ. Икенсенән, ул сей һәм бешергән килеш тә үҙенең төҫөн һаҡлай, иҙелмәй, – тине Айгөл Ренат ҡыҙы.
Артабан сығыш яһаусылар һуңғы ваҡытта фермерҙар картуф сорттарына етди иғтибар биреүен әйтте. Былтыр компанияны “Рассвет” хужалығы етәксеһе Николай Георгиевич картуф менән тәьмин иткән -“гала” сортын май аҙағына тиклем ҡулланғандар. Үткән йылдарҙа “Тәүәкән”дең “мелодия” сортын алғандар. Ауырғазынан Ефремов крәҫтиән (фермер) хужалығы улар өсөн картуф, сөгөлдөр, кишерҙең айырым сорттарын үҫтергән.
Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм аҙыҡ етештереү бүлеге начальнигы Азат Мөхәмәтшин әйтеүенсә, Советтар Союзы осоронда беҙҙә йыл һайын миллион тоннанан ашыу картуф етештерелгән. Әгәр ике йыл элек бөтә төр хужалыҡтарҙа “икенсе икмәк” 95 – 96 мең гектар ерҙә үҫтерелһә, бөгөн 48 – 49 мең гектарҙа, сөнки картуфты һатыу ауырлашҡан.
Бөгөн дәүләт реестрына ингән 50 – 60 сорт бар. Шуның өс- дүртәүе генә популярлыҡ менән файҙалана.Фри, чипсы етештереү өсөн сорттар бар, шуларҙы һайлап алыу мөһим.Сорттар бик күп, элек импорт күпселекте тәшкил итһә, бөгөн 35 – 40 процент тирәһе – Рәсәйҙеке. Селекция, орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр. Бөгөн бөтә илдә вирусһыҙ картуф үрсетеү буйынса эш алып барыла.
Республикала 43 мең тонна картуф һаҡлау мөмкинлеге бар. Келәттәрҙең байтағы заманса, бөгөнгө талаптарға яуап бирә. Ундағы махсус ҡорамалдар климатты күҙәтә, эш тулыһынса автоматлаштырылған. Ҡалғандары үткән быуаттың 80 – 90-сы йылдарында төҙөлгән. Бындай һаҡлағыстарҙа картуфты һаҡлау кимәле 70 – 80 процент тәшкил итә.
Сығыш яһаусы белдереүенсә, элек иген орлоғона ғына дәүләт ярҙамы ҡаралһа, киләһе йылдан картуфҡа ла субсидия буласаҡ. Әлбиттә, бының өсөн сорттар дәүләт реестрына индерелергә тейеш.
“Николаевка” агрофирмаһы директоры Илгиз Ахунов ҡасандыр картуфты илдең күп төбәктәренә һатыуҙары, бөгөн республикала ғына эш итеүҙәре хаҡында һөйләне, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡортостан орлоҡсолоҡ ҡа етди иғтибар бирә башлаған, ошо тәңгәлдә “Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан филиалына ярҙамы кәрәк.
“Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан филиалы етәксеһе Рөстәм Кирәев үҙҙәренең бөгөнгө эшмәкәрлеге, вирусһыҙ бәрәңге орлоғо үрсетеүгә ни маҡсаттан тотоноуҙары хаҡында һөйләне.
“Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан буйынса филиалының һынау лабораторияһы мөдире Динара Ғарифуллина үҙҙәренең тәжрибәһе – пробиркала картуф орлоғо үҫтереү хаҡында бәйән итте.
Әйткәндәй, был эш өсөнсө йыл рәттән “Росссельхозцентр” базаһында алып барыла. Бындай картуф дүрт-биш тапҡыр күберәк уңыш бирә. Орлоҡто ғалимдар тупраҡта түгел, ә пробиркала үҫтерә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә вирустарға бирешмәгән картуф бүлбеләре барлыҡҡа килә.
Лабораторияла стериль шарттар. Бында картуф үҫентеһен бер нисә өлөшкә бүләләр һәм туҡлыҡлы мөхиткә урынлаштыралар. Пробирканы белгестәр икенсе – фитотрон лабораторияһына күсерә. Унда улар өсөн махсус шарттар билдәләнгән. 17 градуслыҡ һауа температураһы һәм тәүлек әйләнәһенә яҡтылыҡ.
Пробиркалағы үҫенте өс аҙна үҫә һәм яңынан өлөштәргә бүленә. Бындай алымды ғалимдар микроклонлау тип атай. Ул бер ниндәй сирһеҙ үҫемлек алыуға булышлыҡ итә. Бындай йәшелсә ҡәҙимгеһенән оҙағыраҡ та һаҡлана, сөнки сирҙәре юҡ, картуфтың сортына хас булған бөтә сифаттар һаҡлана.
Быға тиклем бүлбеләр төрлө райондарҙың питомниктарында һынау үткән. Хәҙер филиалдың Өфө районындағы Николаевка ауылында үҙ теплицаһы барлыҡҡа килгән. Пробиркала үҫтерелгән картуф орлоҡтарын эре хужалыҡтар ҙа, баҡсасылар ҙа теләп һатып ала. Оҙаҡламай вирусһыҙ картуфты барыһы ла тәмләй алыр. Башҡортостанда махсуслашҡан кибеттәр асылыуы көтөлә.
Кәңәшмәлә картуф үҫтереүселәргә “ароза”, “удача”, “ред-скарлет”, “амур”, “браво” сорттарын күрһәттеләр. Киләһе йыл 30 гектар майҙанда пробиркала “ғүмер юлын” башлаған бүлбеләрҙе сәсеү күҙаллана.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар әле генә боҫрап бешкән картуф сорттарын да тәмләне.
"Башҡортостан" гәзите материалы файҙаланылды.