Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 11:17

Владимир Путин Дағстанда булды

Ошо көндәрҙә 1999 йылдың август-сентябрендә Дағстан ерендә хәрби бәрелешкә 20 йыл тула. Ул саҡта Чечня яғынан террорсылар республикаға һөжүм итте. Бәрелеш һөҙөмтәһендә 280-дән ашыу кеше һәләк була, 800-ҙән күберәге яралана. Дағстанға һөжүм өсөн 70-тән ашыу кеше хөкөмгә тарттырыла.
Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Махачкалаға килде. Аэропорттан ул Ботлихҡа юлланды. Унда дәүләт башлығы хәрби хәрәкәттәр осорондағы халыҡ ополчениеһында ҡатнашыусылар менән аралашты һәм һәйкәлгә сәскә һалды.
#ВладимирПутин
Читайте нас