Новости
16 Сентября 2019, 12:15

Халыҡ һуғыштағы кеүек ҡырыла...

Ауыр тупраҡтары еңел булһын

Республикала һуңғы биш көн эсендә биш йәйәүленең ғүмере өҙөлгән. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 сентябрҙә 18 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, ҡорбандар - өс кеше һәләк булған, 20-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Кисә Ауырғазы районында,Өфө – Ырымбур юлында, водитель ҡатын “Kia Sportage” машинаһында йәйәүлеләр юлынан китеп барған ҡатынды төкөткән, зыян күреүсе урында йән биргән.

Бүздәк районында Дүртөйлө районы кешеһе “Лада Гранта” автомобилендә Саҡмағош районы кешеһен тапатҡан. Ир дауаханала бер нисә сәғәттән йән биргән.

“Лада Гранта” автомобиле Стәрлетамаҡ ҡалаһында кисен 57 йәшлек ирҙе бәрҙергән, ир юлды рөхсәт ителмәгән урындан үткән. Ауыр яраларҙан иҫенә килә алмай, дауаханала вафат булған. Водитель был осраҡта машинаһын ҡалдырып ҡасҡан, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны эҙләй.

Фажиғәләрҙең барыһы ла тиерлек кискеһен, ҡояш байығандан һуң була.

Фото: БР ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас