РӘСӘЙҘӘ ОТПУСКЫҒА СЫҒЫУ НОРМАЛАРЫ ҮҘГӘРӘ
Хәҙер ғаризаны етәксенең ҡулына тапшырыу мотлаҡ түгел, электрон почта аша ла ебәрергә була. Әммә хеҙмәт килешеүендә электрон документтар тураһында яҙылған булырға тейеш.
Яңылыҡтар отпуск аҡсаһын түләүгә лә ҡағыла. Ул ялға киткәнсе кәмендә өс көн алда күсерелергә тейеш. Яңы нормалар 1 октябрҙән көсөнә инә.