Ошо көндәрҙә Өфөләге йәш ҡатын аҡса иҫәбенән алтмыш меңе сиселеүен абайлағас, бик ҡурҡыуға төшә һәм шунда уҡ полицияға йүгерә. Бер аҙ зиһен ингәс, ошо арала ғына урамда бер йәш егеткә шылтыратырға телефонын биреп тороуын хәтерләй. Мутлашыусыны тиҙ табалар. 24 йәшлек егет тиҙ генә үҙ иҫәбенә 31 йәшлек ҡатындың алтмыш мең аҡсаһын күсереп өлгөргән икән. Бер ҡатлы егеткә енәйәт эше асҡандар, йәшәү урынынан ҡайҙалыр сығыуын тыйғандар.