Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2019, 18:04

Аллам һаҡлаһын

Ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай, егеттәр кәләш алмай. Һәм бына:

Демография буйынса илебеҙҙә һәм республикала хәл тотороҡло түгел. Ошо мәсьәләләр буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һаулыҡ һаҡлау һәм демография буйынса ҡануниәттең үтәлеше буйынса эш төркөмө ойошторолғайны. Уның тәүге ултырышы үтте, уны парламент рәйесе урынбаҫары, эш төркөмө етәксеһе Эльвира Айытҡолова ине.


– Беҙҙә тәбиғи кәмеү 2017 йылдан бирле күҙәтелә, ошо йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Рәсәйҙә халыҡ 164 мең кешегә кәмегән – был бер ҙур ҡала юҡҡа сыҡты тигән һүҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары Римма Үтәшева. – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2025 йылға Рәсәй 11 миллион кешеһен юғалтыуы ихтимал.


Артабан республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Салауат Рәхмәтуллин, Рәсәй фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы директоры Рим Вәлиәхмәтов һәм башҡалар үҙ фекерҙәре менән сығыш яһаны.
Читайте нас