Алты йәшлек бала биш көн буйына үлгән әсәһе янында ултырған.
Яңауыл ҡалаһында алты йәшлек бала биш көн буйына үлгән әсәһе янында ултырған һәм әле был ваҡиғаға бер ни тиклем асыҡлыҡтар индерелде.
Яңауылда был осраҡ буйынса ғаилә сәйәсәте буйынса координация советының ашығыс кәңәшмәһе булған. Был турала район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
“Азин урамы буйынса урынлашҡан йортта, үҙенең фатирында 44 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылды. Уның янында оҙайлы ваҡыт алты йәшлек балаһы ла булған. Иң беренсе малайҙы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре эҙләй башлай. Улар 30 августан бирле ҡатынға шылтыратып, бәйләнешкә инә алмайҙар. Фатирына ла инеп булмай: ишек бикле, бер кем дә яуап бирмәй. Эҙләй торғас, ҡатындың әхирәтен табалар, унда фатирҙың асҡысы булыуы асыҡлана. Ишекте асҡас, ул ҡот осҡос күренешкә тарый: ҡатын үле була, кәүҙәһе серей башлаған. Ә баланың хәле үтә ауыр, ул аслыҡтан хәлһеҙләнеп йығылған. Бәлки, бала тәүҙә әсәһе йоҡлай тип уйлағандыр. Ә аҙаҡ ни ҙә булһа эшләргә хәле ҡалмағандыр. Алты йәшлек малайҙың нимә кисереүен уйлап ҡарауы ла ҡурҡыныс”, – тип яҙа ул.
Малайҙы шунда уҡ реанимация бүлегенә һалалар, әле Республика балалар клиник дауаханаһына күсереү мәсьәләһе хәл ителә.
Әйткәндәй, ғаилә имен һанала, иҫәптә тормай. Бала менән әсәһе икәүһе генә йәшәгән. Уны белгәндәр ҡатындың шат күңелле булыуын билдәләй, үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында бер ҡасан да хәбәр йөрөтмәүе тураһында әйтә.
Был хәлдән һуң балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм мәктәп уҡытыусыларына ауыр тормош шарттарында булған ғаиләләрҙе контролгә алырға тәҡдим ителде. Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгәндәрҙе лә тикшереп сығыу зыян итмәҫ ине.
Әлбиттә, бер-беребеҙгә саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булһаҡ, бындай фажиғәләр кәмер ине.