Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә актуаль ихтыяждың артабан кәмеүе билдәләнә, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин билдәләүенсә, 1 сентябргә ыңғай баланс 457 табип тәшкил итә.
Быйыл республика медицина учреждениеларына бөтәһе 178 медицина хеҙмәткәре килгән, уларҙың 68-е — августа. Башҡортостанда медицина кадрҙарын йәлеп итеү буйынса юл картаһы ғәмәлгә ашырыла.
Республикала бөтәһе 170 табип һәм 58 медицина хеҙмәткәре торлаҡ менән тәьмин ителгән.
«Ауыл табибы» федераль проекты буйынса 99 табипҡа — 1 миллион һум, 10 фельдшерға 500 мең һум бирелә.
«Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса 72 фельдшерға 500 мең һум түләнә.
Муниципаль-ара үҙәктәре өсөн һорау ҙур булған 125 белгескә — 1 миллион һум.
Маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡығандарға аҡса түләнә башланы. 1033 студентҡа — 5 мең һум, 416 ординаторға 8 мең һум бирелә.
Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренең минималь оклады 13 042-нән 17 177 һумға тиклем арттырылды.