15 сентябрь бер Мәскәү кешеһе ( әлегә исеме билдәһеҙ ) мультимиллионерға әйләнгән! Бының өсөн әллә ни тир түкмәгән ул, бары лоторея һатып алған да, һөҙөмтәне көткән.
"Столото" лотереяһын һатып алған бәхетле әҙәм 286 миллион 147 мең һум аҡсаға эйә буласаҡ. Әлбиттә, 13 процентын алып ҡалғас та миллионер ярлыланып китмәйәсәк, кеҫәһенә 250 миллион һум инәсәк!
Ул – 1249 тиражы уйыны еңеүсеһе. Быға тиклем Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән бер кемдең дә бындай ҙур күләмдәге отош алғаны булмаған.
Ярай, отҡан, тик шуныһы, шул аҡсаны берәр миллиондан отторһалар булмаймы икән - компанияның логикаһы ҡайҙа? Бигерәк ҙур сумманың бары бер кеше отоуы, теләйһеңме-юҡмы, шик уята.
Фото: Из сайта "Купюра в Один миллион долларов".