Новости
19 Сентября 2019, 10:57

Радий Хәбиров алдағы 5 йылға республика етәксеһе вазифаһына инде.

Радий Хәбиров рәсми рәүештә алдағы 5 йылға республика етәксеһе вазифаһына инде.

Радий Хәбиров рәсми рәүештә алдағы 5 йылға республика етәксеһе вазифаһына инде.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инаугурацияһы үтте. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса төбәк етәксеһенә Башҡортостан һайлаусыларының 82,02 проценты үҙ тауышын бирҙе. Һайлауҙың рәсми һөҙөмтәһен тағын бер ҡат республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко уҡып ишеттерҙе. Ул Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы таныҡлығын тапшырҙы. Инаугурация тантанаһы ваҡытында төбәк башлығы ант ҡабул итте, уның тексы республика Конституцияһында беркетелгән.

– Башҡортостан Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, уның дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Конституцияһән үтәргә, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен гарантияларға ант итәм, – тине Радий Хәбиров.

Ант республиканың ике дәүләт телендә – урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яңғыраны. Шул мәлдән Радий Хәбиров рәсми рәүештә төбәк Башлығы вазифаһын башҡара башланы.

Инаугурация тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы вәкәләтле вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт йыйылышы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Конституцияһы буйынса республиканың юғары вазифаһын биләүсе етәксеһенә күп вәкәләттәр бирелә, улар араһында Рәсәй Президенты һәм федераль хакимиәт органдары менән мөнәсәбәттәрҙә төбәкте күрһәтеү, Хөкүмәтте формалаштырыу, закондар үтәлешен контролдә тотоу, бөтә республика территорияһында үтәлергә тейешле указдар һәм бойороҡтар сығарыу бар. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ хакимиәттең башҡарма тармағын етәкләй.

Радий Хәбиров вазифаһына рәсми рәүештә ингәндән һуң, республика Хөкүмәте отставкаға китте.
Читайте нас