Бр Тикшереү комитеты хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә 72 йәшлек ирҙе ун йылға төрмәгә ултыртҡандар.
2о15 йылда уҡ элек ҡатынын, ҡәйнәһен үлтергән өсөн 15 йыл, туғанын һәм ҡыҙын үлтерергә маташҡаны өсөн 8 йыл төрмәлә ултырған ир үҙенең ҡыҙының башына бер-ике тапҡыр һуғып, үлтерә, тураҡлап, кәүҙәнең бер ни тиклем өлөшөн Дим биҫтәһе янындағы һыу ятҡылығына, ҡалғанын сүп багына ташлай.
2о18 йылда ҡатындың һыңар ҡулы һыу ятҡылығы ярына килеп сыға. Эксперттар уның был ирҙең ҡыҙыныҡын икәнен иҫбатлай. Йорттағы ҡан эҙҙәренең ҡайҙан сыҡҡанлығын ир белмәмешкә һалыша.
Әлеге ваҡытта кәүҙә өлөштәре тулыһынса табылып бөтмәгән. Ир ғәйебен таныған, ошо көндәрҙә төрмәгә ултырған.