Башҡортостанда медицина белгестәренә ҡытлыҡты бөтөрөү, ҡала-райондарҙа ФАП-тар төҙөү, сәләмәтлек үҙәктәре асыу - төп бурыс, - тине инаугурациялағы телмәрендә республика башлығы Радий Хәбиров. Бының өсөн ауылдарҙа 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, 147 модулле һәм 54 күсмә ФАП һатып алына.