Бөгөн, 20 сентябрҙә, Иҫәнғол ауылы ойошмалары үҙҙәренә беркетелгән урамдарҙы йыйыштырыу буйынса өмәгә саҡырыла. Ауыл буйлап комиссия йөрөйәсәк. Иң әүҙем ҡатнашыусылар аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк (1-3 урындар).
Шулай уҡ шәхси һәм күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе өмәлә ҡатнашырға һәм үҙ ихаталарын йыйыштырырға саҡырабыҙ.
21 сентябрҙә иһә бөтә районда республикала 10 сентябрҙән 14 октябргә тиклем уҙғарылған көҙгө санитар таҙартыу айлығы сиктәрендә ауылдарҙы һәм йылға буйҙарын йыйыштырыу буйынса өмә үткәрелә.