Насип булһа, күрешербеҙ ҙә
Яңы Себенле ауылында йәшәүсе Йосоповтар бөркөт балаһын тәрбиәләп, шәбәйтеп иреккә ебәрәләр.
“Ул ҡошто Айҙар улым иптәше Айҙар Дәминев менән Яманболаҡ йылғаһына балыҡҡа төшкәндәрендә табып алып ҡайттылар, – тип һөйләй Айҙарҙың әсәһе Ләйсән Йосопова. – Бөркөттөң тән температураһы ныҡ юғары ине, шуға күрә ни оса алмай, ни йөрөй алмай ине”.
Әлбиттә, тирә-яҡҡа ҡош-ҡорт үҫтереүселәр булараҡ дандары таралған Йосоповтарҙың запаста төрлө дарыуҙары була. Уларға өс көн буйы ҡоштоң темпуратураһын төшөрөргә тура килә. Унан яйлап антибиотиктар бирә башлайҙар. Әҙерәк хәл кергәс, бөркөт хәрәкәтләнә, әҙ-әҙләп ашай башлай.
Тәүҙәрәк нимә ашатырға белмәй, аптырап ҡалалар. Күмәкләшеп интернет селтәренән эҙләй торғас, был йыртҡыс тип һаналған ҡоштарҙың сысҡан, баҡа ашауҙарын беләләр. Әмәлгә баҡҡандай, көслө итеп яуған ямғырҙан һуң ер өҫтөнә күп итеп селәүсен сыға. Шуны ярты күнәк итеп йыйып бирәләр. Аҙаҡ баҡаға күсәләр. Иттән дә баш тартмай. Ҡаҙ-өйрәк һуйғандан ҡалған бөтә отходтар, тәпәй-ҡанаттары, эсәктәре бөркөт табағына юллана. Картуф, икмәк тә ашай, тик ундай ризыҡты бирергә тырышмайҙар, шәбәйеп осоп киткәс, тәбиғәттә ҡайҙан табасаҡ ул уны, тип уйлайҙар.
Йосоповтар был ҡошто бөркөттөң балаһылыр тигән уйҙа, сөнки табып алып ҡайтҡас та иртәле-кисле ике бөркөт тауыш биреп уларҙың тирәһендә осоп йөрөй, уларын табылдыҡ ҡошсоҡтоң ата-әсәһелер тип фаразлайҙар. Бала бөркөт шәбәйеп оса башлағас, йәкшәмбе көн иреккә осороп ебәрәләр, һәм теге ике ҡоштоң да башҡаса осҡаны күренмәй.
“Үлтерегеҙ, үс ала тип әйтеүселәр булды. Ә ниңә ул беҙҙән үс алһын ти ул. Беҙ уны ашаттыҡ, дауаланыҡ, бер насарлыҡ та эшләмәнек. Барыһы ла Аллаһы ҡулында. Насип булһа, күрешербеҙ ҙә. Әле ул булмағас күңелһеҙ булып тора әле ул”, – ти Ләйсән Йосопова.