Ошо көндәрҙә Борай районында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре вафат була.
Дүрт ир “УАЗ” автомобилендә тау итәгенә менә һәм кәрәк булғанға машинан сыға, хәбәр менән мауығып, водитель ҡул тормозына ҡуйырға онота. Ауыр машина шыуып төшөп китә, шул ыңғайы ауа һәм 34 йәшлек ирҙе иҙә. Шулай һанаулы секундттар эсендә, бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында, бер кеше ғүмере өҙөлә.
Һәләк булған ир кеше Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ҡариҙел район-ара бүлексәһе хеҙмәткәре булып сыға. Ул 2002 йылдан янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләй. Курсанттан алып подполковникка тиклемге хеҙмәт юлын үтә. Төрлө ведомство наградалары һәм миҙалдары булған.
Дамир Ғәзизовтың ике ҡыҙы, дүрт йәшлек малайы һәм ҡатыны тороп ҡалған.Ауыр тураҡтары еңел булһын.